Хәүефһеҙлек
22 Февраль 2024, 11:30

Өфөлә күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡан

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбан бар...

Өфөлә күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡанӨфөлә күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡан
Өфөлә күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡан

22 февралдә Өфөлә Ферин урамындағы йорттоң икенсе ҡатындағы фатир янып киткән. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, янғын һүндереүселәр уттан 62 кешене, шул иҫәптән 27 баланы ҡотҡарған. Тағы ла 50 кеше фатирҙарынан үҙ аллы сығып өлгөргән.

Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында бер ир һәләк булған... Ул икенсе ҡаттағы фатирҙа йәшәгән булған. Тағы ла бер ҡатынға медицина ярҙамы талап ителгән.

Әлегә янғын сәбәптәре асыҡлана.

Өфөлә күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡан
Өфөлә күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡан
Өфөлә күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡан
Өфөлә күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡан
Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас