Башҡортостан полицейскийҙары мутлыҡ менән шөғөлләнгән кешеләрҙе тотҡан. “Һеҙҙең туғанығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны” тигән схема буйынса енәйәт ҡылғаны өсөн 29 йәшлек курьерға яуаплылыҡ тоторға тура киләсәк.
Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенә 77 йәшлек ҡатындан 300 мең һумды урлауҙары тураһында ғариза алынған. Мут кешеләр пенсионерҙы уның ҡыҙы булып ҡыланып алдаған. Телефон аша “ҡыҙы” уның ғәйебе арҡаһында кешеләрҙең бәләгә тарыуын һәм уларҙы дауалау өсөн аҡса кәрәклеген белдерә.
Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре мутлыҡта ғәйепләнгән кешене асыҡлаған. Баҡһаң, пенсионерҙың аҡсаһын 29 йәшлек егет алған.
Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, егет интернетта эш эҙләп тапҡан. Уға граждандарҙың аҡсаһын алып, банкомат аша ебәреүҙе тәҡдим иткәндәр. Ғәйепләнеүсе әйтеүенсә, ул был эштең енәйәт менән бәйле булыуын белмәгән. Яллаусылар ҡушыуы буйынса, егет алданған пенсионерҙың 300 меңдән ашыу аҡсаһын ала һәм енәйәтселәр күрһәткән иҫәпкә ебәрә.
Урланған аҡсаның бер өлөшөн полицейскийҙар тартып ала. Мутлыҡ осрағы буйынса енәйәт эше асыла. Хәҙерге ваҡытта енәйәттә ғәйепләнеүсенең Рәсәй биләмәһендә башҡа енәйәттәргә ҡатнашлығы тикшерелә
Ксения Калинина фотоһы.