Бөгөн Башҡортостандың Яңауыл ҡалаһында фажиғәле хәл теркәлде. Ҡаланың Куйбышев урамында урынлашҡан шәхси йортта ике кешенең үле кәүҙәһен тапҡандар.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1996 йылғы ир менән 1955 йылғы ҡатын һәләк булған. Асыҡланыуынса, улар әсәй менән ул булып сыҡҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улар көнкүреш газы еҫенә ағыуланған.
“Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана. Яныу билдәләре табылмаған. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Хәл – баш идаралыҡ контролендә”, - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Фото: "Башинформ".