Хәүефһеҙлек
26 Февраль 2024, 12:45

Шөкөр, Асҡар табылды!

Уҡытыусылар, гимназия етәкселеге туҡталыштарға сыҡҡан һәм туҡталыш һайын уны көтөп торған. Уҡытыусылары әйтеүенсә... 

Шөкөр, Асҡар табылды!Шөкөр, Асҡар табылды!
Шөкөр, Асҡар табылды!

Бөгөн иртә менән шау-шыу ҡупты: Өфөлә, 20-се башҡорт гимназияһына уҡырға китеп барған бала мәктәп урынлашҡан "Үҙәк" туҡталышында төшөп ҡалмаған һәм ғәйеп булған. Уның юғалыуы тураһында мәғлүмәт шунда уҡ төрлө чаттарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә таралды. Малайҙы эҙләргә уҡытыусылар, таныштары, туғандары сыҡты. Һәм, ниһайәт, яҡшы яңылыҡ билдәле булды. Асҡарҙы тапҡандар! 

Асыҡланыуынса, айтишниктар баланың "Алға" картаһы буйынса ҡушымтаға инеп, уның ҡайҙалығын асыҡлаған. Ҡушымтала уның ҡайһы автобусҡа ултырғаны, күпме аҡса түләп төшкәне һәм кире ҡайҙа ултырып китеүе күренә икән. Бала "ДОК" туҡталышына тиклем барып еткән һәм автобустарҙы алмаштыра-алмаштыра кире килгән. Уҡытыусылар туҡталыштарға сыҡҡан һәм туҡталыш һайын уны көтөп торған. Уҡытыусылары әйтеүенсә, бала ни эшләптер кешеләрҙән кәңәш һорамаған, ә үҙ белдеге менән автобустарға ултырып аҙашып йөрөгән. 

Ҡайһы бер сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, Асҡар мәктәпкә ағаһы менән бергә барған һәм юлда йоҡлап киткән. Ағаһы ҡустыһын онотоп сыҡҡан. Үҙе менән телефоны ла булмаған. 

Иң мөһиме ул иҫән-һау табылды. Ҡәҙерле ата-әсәләр, әгәр балаларҙы яңғыҙҙарын уҡырға ебәрәһегеҙ икән, ҡағиҙәләрҙе аныҡ аңлатығыҙ. 

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас