Кисә кис көнө Магнитогорск- Ира автомобиль юлының 217,591 саҡрымында ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Һамар өлкәһендә йәшәүсе НефАЗ ярымтағылмаһы менән КамАЗ автомашинаһы менән идара иткән ир боҙлауыҡ һөҙөмтәһендә тауға менә алмаған һәм ҡаршы һыҙатҡа баҫҡан. Һөҙөмтәлә аварияға сәбәпсе булған һәм юлда үҙ һыҙаты буйынса килгән Күгәрсен районы кешеһе идара иткән “Лада Ларгус” автомобиле бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 18 һәм 45 йәшлек “Лада Ларгус”тың ике пассажиры ваҡиа урынында һәләк булған, водитель һәм тағы ла ике пассажир төрлө тән йәрәхәттәре менән Сибай ҡалаһы дауаханаһына оҙатылған.
Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһы урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!
Фото: Йылайыр районының ЮХХДИ бүлексәһе.