Һарытау өлкәһендә кисә ҡот осҡос авария теркәлде. Азербайжандан килгән наркоман арҡаһында алты кешенең ғүмере өҙөлгән. Төнгө 00.15 сәғәттә Гремячий ауылына боролған урында ВАЗ-2112 менән “Лада Гранта” машиналары бәрелешә. Тәүге автомобилдә 39 йәшлек ир ултырһа, икенсеһенә 30 йәшлек сит ил кешеһе идара иткән.
Һөҙөмтә бик аяныслы: “Лада Гранта”ла водитель һәм уның 32 һәм 38 йәшлек ике пассажиры һәләк була. ВАЗ-2112-лә лә өс кешенең ғүмере өҙөлә: водитель, 40 һәм 44 йәшлек пассажирҙар. Тағы бер 44 йәшлек ир дауаханала.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, аварияла Азербайжан кешеһе ғәйепле, ул үҙенең “Гранта”һында сәғәтенә 130 километр тиҙлеге менән ҡыуған. Шуныһы, февраль башында ир наркотиктар ҡулланған өсөн тотолған. Ул саҡта ул ни бары 4000 һумлыҡ штраф менән ҡотолған.
Ә бына икенсе машинала китеп барған дүрт ир ҙә Башҡортостан кешеләре булған... Бер яуапһыҙ наркоман арҡаһында ғаиләләргә ҡот осҡос фажиғә килде. Уларҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Телеграм".