Хәүефһеҙлек
4 Март 2024, 13:50

Янғын сыҡҡан, һыу баҫҡан...

Тыныс булығыҙ: уҡыуҙар бара!

Янғын сыҡҡан, һыу баҫҡан...Янғын сыҡҡан, һыу баҫҡан...
Янғын сыҡҡан, һыу баҫҡан...

2024 йылдың 5-6 мартында бөтә Рәсәй буйынса, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, Бөтә Рәсәй команда-штаб уҡыуҙары үтәсәк.

Ғәмәлдәргә  Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһы көстәре, шул иҫәптән дәүләт корпорацияһы, федераль башҡарма власть органдары, субъекттар һәм урындағы үҙидара органдары йәлеп ителә.

Беренсе осраҡ буйынса яуым-төшөмдәрҙең күп булыуы һәм ҡарҙың ныҡлап иреүе арҡаһында Ағиҙелдә һыу кимәле ҡапыл күтәрелә һәм Киров районындағы шәхси сектор хәүеф аҫтында ҡала. 605 кешене, шул иҫәптән 114 баланы тиҙ рәүештә эвакуацияларға кәрәк.

Икенсе осраҡ буйынса Өфө урман хужалығында янғын сыҡҡан. Майҙаны 30 гектарға барып еткән ғәҙәттән тыш хәл ауылға яҡынлашҡан. Урында 125 кеше йәшәй, 51 өй бар.

Ландшафт (тәбиғи) янғындарын һүндереү һәм ташҡын менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү буйынса эштәр ойошторлған.  Белгестәр оператив мәғлүмәт алыуҙан алып халыҡты иҫкәртеүгә һәм йәшәүҙе тәьмин итеүҙе ойоштороуға тиклем ғәмәлдәрҙе өйрәнә. Шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән зыян күргән халыҡҡа финанс ярҙам күрһәтеү буйынса сараларға иғтибар бүленәсәк.

Тыныслыҡты һаҡларға һәм паникаға бирелмәүегеҙҙе һорайбыҙ.

 

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас