Хәүефһеҙлек
7 Март 2024, 14:00

Бер йәшлек бала ҡазаға тарыған

 Балаларығыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!

Бер йәшлек бала ҡазаға тарығанБер йәшлек бала ҡазаға тарыған
Бер йәшлек бала ҡазаға тарыған

Был хаҡта БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграм-каналында хәбәр итә.

Өфөлә яңғыҙ ҡалған бер йәшлек бала  1,5 см ҙурлыҡтағы саморез тапҡан һәм йотҡан. Ата-әсәһе бер сәғәттән генә хәлде белеп ҡалып, баланы дауаханаға  алып барған. 

Рентген сит матдәнең сабыйҙың ашҡаҙанында булыуын күрһәтә. Кескәй пациентты  балалар хирургия бүлегенә һалып, саморезды ун ике аялы эсәктән алыу өсөн наркоз аҫтында ФГДС үткәрәләр.   

Табиптар тарафынан ваҡытында күрһәтелгән ярҙам арҡаһында сабыйҙың сәләмәтлегенә хәүеф янамай.

Балаларығыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас