Өфөлә бер төркөм үҫмерҙәр И. Якутов исемендәге паркта граждандар һуғышы геройҙары һәм Октябрь революцияһында ҡатнашыусылар ҡәберендәге мәңгелек утты һүндергән, унда беренсе башҡорт чекисы Н. И. Зенцов ерләнгән. Әлеге ваҡытта бөтә дүрт тәртип боҙоусы ла асыҡланған, улар өс егет һәм бер ҡыҙ булған.
"Ваҡиға буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре дүрт бәлиғ булмаған баланы асыҡлаған. Эш тәфтиш органдарына тапшырылған", — тип хәбәр итә БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Был балалар үҙҙәренең ни тиклем насар эш башҡарыуын аңлаймы икән? Бигерәк тә илебеҙҙә махсус хәрби операция барғанда, уҡыусыларҙа һәр көн тиерлек илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләү кәрәк, тигән ваҡытта уларҙың ҡылығы башҡа һыймаҫлыҡ.
Фото: "Башинформ".