Хәүефһеҙлек
10 Март 2024, 13:00

Ҡурҡыу белмәҫ романтик егет һәләк булған

Ул туғыҙынсы ҡаттан ҡолаған...  

Ҡурҡыу белмәҫ романтик егет һәләк булғанҠурҡыу белмәҫ романтик егет һәләк булған
Ҡурҡыу белмәҫ романтик егет һәләк булған

Былтыр был хәл тураһында хәбәр иткәйнек инде. Кузбасста йәшәгән йәш егет Нефтекама ҡалаһына вахта буйынса эшкә килгән саҡта ике тапҡыр ҡаланың күҙәтеү ҡуласаһына менеп йөрөгәйне. Был ҡылығы менән 23 йәшлек егет үҙенә оҡшаған ҡыҙҙы ғәжәпләндерергә уйлаған. Тик ул саҡта ҡыҙҙың был ҡылыҡҡа иҫе китмәй.

Әле иһә күңелһеҙ хәбәр билдәле булды: егет тағы ла бер трюк башҡарған саҡта һәләк булған.

Игорҙең әсәһе һөйләүенсә, ул ҡурҡыу белмәгән. Ғөмүмән, ҡурҡыуҙың нимә икәнлеген аңламаған.

Егет ил буйлап сәйәхәт иткән саҡта Бөйөк Новгород ҡалаһына барып сыҡҡан. Бында туғыҙынсы ҡатҡа күтәрелгән һәм йорт ситендә ҡулдарына торған. Тик ҡулы аҫтындағы тәҙрә тупһаһы ҡайырылған һәм егет ҡолап төшкән.  

фото: скриншот. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас