Хәүефһеҙлек
12 Март 2024, 05:00

Йомортҡа... 28 мең һумға торошло булып сыҡҡан

Зыян күреүсе социаль селтәргә үҙенең тауыҡтарының йомортҡаһын һатыу хаҡында иғлан биргән.

Йомортҡа... 28 мең һумға торошло булып сыҡҡанЙомортҡа... 28 мең һумға торошло булып сыҡҡан
Йомортҡа... 28 мең һумға торошло булып сыҡҡан

Мутлашыусылар йоҡламай, улар еңел табыш артынан ниндәй генә мутлыҡтарға бармай. Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡатын да мутлашыусылар ҡорбаны булған. Ул был турала ғариза менән полицияға мөрәжәғәт иткән.

Зыян күреүсе социаль селтәргә үҙенең тауыҡтарының йомортҡаһын һатыу буйынса иғлан яҙған. Иғлан буйынса һатып алыусы шылтыратҡан һәм ҡатындан йомортҡа өсөн хаҡты түләү һылтауы менән смс-хәбәрҙән код һораған. Уның картаһындағы 28 мең аҡсанан “елдәр“ осҡан.

Мутлашыусылар төрлө юлдар менән халыҡты алдай һәм күптәр үҙҙәре лә һиҙмәҫтән улар тоҙағына эләгә. Һәр осраҡта ла иғтибарлы булығыҙ, таныш булмаған телефон һандарын алмағыҙ, үҙҙәрен банк хеҙмәте тип таныштырыусылар менән һаҡ эш итегеҙ, алданып, бар аҡсағыҙҙы юғалтып ҡуймағыҙ.

Фото: pnp.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас