Хәүефһеҙлек
12 Март 2024, 16:00

Юғалған ҡыҙ балалар йортона йәшәргә килгән...

Учалы ҡыҙы әсәһе менән әрләшеп сығып киткәйне. 

Юғалған ҡыҙ балалар йортона йәшәргә килгән...Юғалған ҡыҙ балалар йортона йәшәргә килгән...
Юғалған ҡыҙ балалар йортона йәшәргә килгән...

Бөгөн борсоулы хәбәр еткергәйнек: Учалы ҡалаһында 12 йәшлек кенә ҡыҙ бала юғалғайны. Шөкөр, ул иҫән килеш табылған. Әле “Маш-Баташ” телеграм каналы был хәлгә аныҡлыҡ индерҙе.

Асыҡланыуынса, ҡыҙыҡай әсәһе менән вейп өсөн әрләшкән булған. Хәбәр ителеүенсә, ул йылға яҡын вейп тарта икән. Үпкәләгән бала ата-әсәһен борсоуға һалып, телефонын да алмай өйөнән сығып китә. Тәүҙә ул әхирәтендә ҡуна. Әхирәте имен булмаған ғаиләнән булып сыға. Ул ҡыҙға балалар йортона барып йәшәргә кәңәш итә лә инде.

Бишенсе класта уҡыған ҡыҙ уны тыңлай һәм урындағы балалар йортона юллана. Был хәлгә аптырған социаль хеҙмәткәрҙәр ҡыҙҙың әсәһенә шылтырата. Әле ул өйөндә.

Фото: Маш-Баташ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас