Өфөлә йәшәгән 29 йәшлек программист егеткә апаһы булып мутлашыусылар шылтыратҡан. Егет шылтыратыусының апаһы түгеллегенә шикләнмәгән дә, сөнки тауышы ныҡ оҡшаған булған. Һөҙөмтәлә ул банк иҫәбенә 24 мең һум аҡса ебәргән. Аҙаҡ асыҡланыуынса, апаһының социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһе урланған булған. Егет үҙенең алданыуын һуңынан ғына аңлаған һәм полицияға мөрәжәғәт иткән.
Хоҡуҡ һағы хеҙмәткәрҙәре ниндәй генә сәбәп менән, кем генә интернет аша мөрәжәғәт итмәһен, мотлаҡ шул кешенең телефонына шәхсән шылтыратып һөйләшергә кәңәш итә. Ят номерҙан шылтыратыуҙарға ла бик һаҡ мөнәсәбәттә булығыҙ!
Автор фотоһы.