Хәүефһеҙлек
15 Март 2024, 07:00

Балалар йортонда йәшәргә теләк белдергән

Күптән түгел Учалынан 12 йәшлек ҡыҙҙың юғалып, һуңынан уны приютта табып алыуҙары хаҡында яҙғайныҡ. Ошо хәлдең дауамы билдәле булды...

Балалар йортонда йәшәргә теләк белдергәнБалалар йортонда йәшәргә теләк белдергән
Балалар йортонда йәшәргә теләк белдергән

Баҡтиһәң, хәҙер ҡыҙ Учалы приютында йәшәй икән. Был ҡарарҙы ул үҙе хәл иткән. Хеҙмәткәрҙәр һөйләүенсә, бишенсе класс уҡыусыһы бының өсөн ғариза ла яҙған. Унда электрон тәмәке арҡаһында талаш сығыуы тураһында һөйләгән.

Балалар йорто хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙың ғаиләһенә барған: өйҙә шарттарҙың насар түгеллеге, ата-әсәнең дүрт балаһы барлығы асыҡланған. Әлегә социаль хеҙмәткәрҙәр ҡыҙҙы әсәһе менән яраштырыу өҫтөндә эш алып бара.

 

Фото һәм сығанаҡ: Mash Batash

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас