Хәүефһеҙлек
16 Март 2024, 15:00

Тапочка менән халатта ғына сығып киткән

Лилиананы 10 марттан бирле таба алмайҙар...

Тапочка менән халатта ғына сығып киткәнТапочка менән халатта ғына сығып киткән
Тапочка менән халатта ғына сығып киткән

Башҡортостанда 32 йәшлек ҡатын ғәйеп булған. Лилиана Пронина (Рәхимова) Нефтекама ҡалаһында йәшәй. 10 мартта ул өйөнән сығып киткән. Был турала “Лиза Алерт” эҙәрмәндәр төркөмө хәбәр итә.

Уның билдәләре: буйы 170 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, сәстәре ҡара төҫтә, ҡыҙғыл-һары шәлкемдәргә буялған, күҙе көрән.

Шуныһы һағайта, юғалған көндө, һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, ул тапочка менән халатта ғына сығып киткән. Халаты алһыу-аҡ, тапочкаһы ҡара төҫтә.

Лилиананың ҡайҙалығын белһәгеҙ, 8-800-700-54-52 йәки 112 телефоны буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.

Фото: "ЛизаАлерт". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас