Хәүефһеҙлек
22 Март 2024, 18:35

Мәскәү өлкәһендә ҡот осҡос теракт

Әлегә 40 ҡорбан тураһында билдәле, 100-ҙән ашыу кеше йәрәхәтләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күпкә артыҡ булыуы ихтимал. 

Мәскәү өлкәһендә ҡот осҡос терактМәскәү өлкәһендә ҡот осҡос теракт
Мәскәү өлкәһендә ҡот осҡос теракт

Әлеге ваҡытта Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһынан ҡурҡыныс яңылыҡтар килде.

Бында урынлашҡан “Крокус Сити Холл”да теракт булған. Хәбәр ителеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 3-тән 15-кә тиклем ҡоралланған кеше бинаға килеп ингән һәм кешеләргә ата башлаған. Быны шаһиттар интернетҡа һалған видеояҙмалар аша күрергә була. 

Был ваҡытта “Крокус”та “Пикник” рок-төркөмөнөң концерты булған. Хәбәр ителеүенсә, төркөм атыш башланған ваҡытта сәхнәгә сығып өлгөрмәгән, улар гримеркала булған. Артистар зыян күрмәгән, тиелә. 

Ҡорбандарға килгәндә, уларҙың һаны - яҡынса 40. Йөҙләгән кеше йәрәхәтләнгән. Тик был һандар яҡынса. Атыш менән бер рәттән бинала шартлау булған, әлеге ваҡытта уның ҡыйығы яна, ҡуйы төтөн килә.

Хәбәр ителеүенсә, был - алдан әҙерләнгән теракт. Әлеге ваҡытта “Крокус”тың аҫтағы ҡаттарында кешеләр ҡалған, яҡынса ике йөҙ кеше, тиелә, уларҙың сығыу юлын ут бүлгән. Урынға “Ашығыс ярҙам” машиналары, полиция һәм башҡа хеҙмәттәр юлланған.

Фото: Телеграм. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас