Хәүефһеҙлек
23 Март 2024, 13:00

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ғаиләне ҡотҡарған

Ошо мәлдә йорт хужабикәһенең хәле насарая...

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ғаиләне ҡотҡарғанЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ғаиләне ҡотҡарған
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ғаиләне ҡотҡарған

Был ваҡиға 18 февралдә төндә Илеш районында була. Полицияның өлкән лейтенанты Илнар Нурисламов һәм полицияның кесе лейтенанты Айнур Бәҙретдинов составындағы юл-патруль хеҙмәте экипажы Үрге Йәркәй ауылында патруллек иткән саҡта 8 Март урамында бер йорттоң гаражын ут ялмап алғанын күрә.

Полиция хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ ярҙамға ташлана – хужаларҙы уята. Шулай уҡ улар, янғын һүндереүселәр килгәнсе, гараждан сит ил машинаһын этеп сығарырға ярҙам итә. Һуңынан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре икенсе автомашинаны тарттырып сығара. Ошо мәлдә йорт хужабикәһенең хәле насарая. ЮХХДИ хеҙмәткәҙәре шунда уҡ "Ашығыс ярҙам" бригадаһын саҡыра.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең оператив һәм дөрөҫ эшмәкәрлеге уттың торлаҡ йортҡа күсеүенә юл ҡуймай. Ваҡиға урынына ярҙамға килгән янғын һүндереүселәр утты ҡыҫҡа ваҡытта һүндерә. 

Йорт хужалары ауыр ваҡытта ғаиләһенә ярҙамға килгән полиция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдереп хат яҙған.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://t.me/V_Sevastyanov/4260

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ғаиләне ҡотҡарған
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ғаиләне ҡотҡарған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас