Хәүефһеҙлек
25 Март 2024, 14:00

Ауылды ҙур фажиғә тетрәндергән...

Янғында ирҙең ғүмере өҙөлгән.

Ауылды ҙур фажиғә тетрәндергән...Ауылды ҙур фажиғә тетрәндергән...
Ауылды ҙур фажиғә тетрәндергән...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял көндәрендә  республикала янғын сығыу осраҡтары теркәлгән. Кисә Мәсетле районының Оло Аҡа ауылында янғында бер ир һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын һүндереүселәр һәм  ирекмәндәр килеп еткән мәлдә ағас йорттағы "ҡыҙыл әтәс" мунсаға, һарайға ла "ҡунып" өлгөргән була.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы ла кеше ғүмере өҙөлә: янғын һүндереү барышында 1964 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм дознавателе ваҡиға сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлай.

Ут менән һаҡ эш итегеҙ!

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас