Провокаторҙар социаль селтәрҙәрҙә йәки мессенджерҙарҙа Рәсәй кешеләрен террористик эшмәкәрлек һәм башҡа етди енәйәттәр башҡарырға күндерергә тырышыуҙары мөмкин. Бигерәк тә үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында тиҙ ышанып барыусан кешеләр күп.
Йәш граждандарҙы экстремистик һәм террористик эшмәкәрлеккә йәлеп иткәндә енәйәтселәр социаль селтәрҙәргә һәм мессенджерҙарға таянып эш итә. Уларҙың төп аудиторияһы – йәштәр.
Социаль селтәрҙәр провокаторҙарға потенциаль ҡорбандар тураһында мәғлүмәтте иркен йыйырға һәм шәхси биттәрҙе анализларға мөмкинлек бирә. Улар әүҙемлек күрһәткәндәрҙе, билдәле бер сәйәси, дини йәки башҡа йүнәлештәргә ҡарағандарҙы, аныҡ шәхес позициялары булмағандарҙы һайлай.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының киберенәйәтселеккә ҡаршы көрәш идаралығы коллегалары менән бергә балаларығыҙҙы ошо хәүефтән һаҡларға ярҙам итерлек бер нисә тәҡдим әҙерләгән.
Ата-әсәләр иғтибарына:
Үҫмерҙәр иғтибарына:
Фото: IrinaVolk_MVD