Уҙған аҙна һуңында Бишбүләк районында булған ҡурҡыныс янғын тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бында 66 йәшлек өләсәй менән уның биш һәм өс йәшлек ике ейәне һәләк булды. Ошо көндәрҙә уларҙы ерләгәндәр. Был фажиғә тураһында әле күберәк мәғлүмәт билдәле булды.
Янғын 22 мартта Бишбүләк ауылында урынлашҡан ике ҡатлы йортта сыға. Бында күп балалы ғаилә йәшәгән була. Күршеләр тәҙрәнән сыҡҡан төтөндө күреп ҡала һәм янғын һүндереүселәр саҡырта. Тик һуң була, утты һүндергәс ҡотҡарыусылар икенсе ҡаттағы йоҡо бүлмәһендә өс кәүҙә таба. Улар төтөнгә тонсоғоп тышҡа сыға алмай.
“КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ғаилә башлығы Ставрополье крайында вахта менән эшләгән. Ул эштә булып ҡалған. Уның ҡатыны 38 йәшлек Лилиә Д. был көндө балалар баҡсаһынан бишәр йәшлек игеҙәк малайҙарын һәм өс йәшлек бәләкәй малайын алған да, әсәһенә инеп, уны үҙҙәренә алып килгән. Үҙе игеҙәк малайҙарҙың береһе менән Өфө ҡалаһына олимпиадаға киткән. Унда улы ҡатнашырға тейеш булған. Әсәһе иһә ике малай менән өйҙә ҡалған.
Юлда саҡта уға шылтыратып янғын сығыуы тураһында хәбәр итәләр, ул шунда уҡ әйләнеп ҡайта. Тик һуң була.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын төҙөк булмаған электр ҡорамалынан сыҡҡан. Ут беренсе ҡатта сыҡҡан һәм тиҙ арала өҫкә таралған. Шул уҡ ваҡытта йортта ике янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамал торған, улар төҙөк булған. Ауылдаштары әйтеүенсә, янғын иҫке туңдырғыстан сыҡҡан.
Ғаиләләге фажиғәнән һуң уларҙың ҡайғыһын район хакимиәте башлығы Артур Зарипов уртаҡлашҡан.
“Был ғаиләне районда бөтәһе лә яҡшы белә. Өс малай тәрбиәләйҙәр ине. Төҙәтеп булмаҫлыҡ фажиғә килде. Уның ни сәбәпле килеп сыҡҡанын асыҡларҙар, тик балаларҙы ғына ҡайтарып булмай. Ата-әсәгә әле нисек ауыр булыуын күҙ алдына ла килтереп булмай. Уларға был бәләне кисереү өсөн мөмкин булғанса ярҙам итәсәкбеҙ. Районыбыҙҙа битараф булмаған кешеләр йәшәй. “Бөтәһе лә фронт өсөн Бишбүләк” ирекмәндәре төркөмө уларға ярҙам итер өсөн аҡса йыйыу ойошторҙо. Күптәр ярҙам итер тип ышанам. Яҡындарына сабырлыҡ теләйем, артабан йәшәр кәрәк”, – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.
Ауылдаштары ғаилә менән бергә ҡайғыра. Уларҙың ҡайғыһын уртаҡлаша һәм ярҙам итә. Беҙ ҙә ғаиләгә ныҡлыҡ теләйбеҙ.
Фото: "КП-Өфө".