Хәүефһеҙлек
26 Март 2024, 18:25

Нуриман урманында янғын “һүндерҙеләр”

Яҙ үтеп, йәй етеү менән селләлә урман янғыны ҡурҡынысы янай башлай, шуға алдан иҫкәрткән хәйерле. Тап ошо маҡсатта бөгөн Нуриман районы урмансылығы биләмәһендә урмандағы янғын һүндереү күнекмәләре үтте. Мөһим сарала урмансыларҙың оҫталығын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов,  Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Марат Латипов һәм республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов баһаланы.

Нуриман урманында янғын “һүндерҙеләр”Нуриман урманында янғын “һүндерҙеләр”
Нуриман урманында янғын “һүндерҙеләр”

– 18 мартта Башҡортостан Башлығы 2024 йылда урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса янғындарҙы һүндереү планын раҫланы һәм уға ярашлы был эштә 11 меңдән ашыу кеше һәм 3,5 мең техника йәлеп ителәсәк. Илдә 2030 йылға урмандарҙы оператив рәүештә һүндереү буйынса күрһәткестәрҙе 100 процентҡа үтәү бурысы ҡуйылған – был тәңгәлдә эшләйбеҙ, – тип белдерҙе күнекмәләр мәлендә Ирек Сәғитов.

Күнекмәләрҙә Бөрө, Иглин, Нуриман, Өфө, Борай, Ҡалтасы райондарына ҡараған урман хужалығы урмансылары һабаҡ алды. Сара шарттарына ярашлы, йәнәһе, ауылдан 1 километр алыҫлыҡта ятҡан урманда 0,5 гектар майҙанда янғын сыға, хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, секундына 7 метр тиҙлек менән ел ҡотора башлай. Һөҙөмтәлә "ут" инде 15 гектарға тиклем майҙанда тарала. Улай ғына ла түгел, ут ауылға инеп бара...

Өсөнсө класлы хәүеф менән баһаланған был “янғынды” патрулгә сыҡҡан урмансылар шәйләп ҡала һәм инструкцияға ярашлы янғын менән көрәшә башлай. Ялҡынды һүндерер өсөн 22 берәмек махсус техникала 79 кеше көс түгә һәм, бәхеткә күрә, янғын һүндерелә.

– Бөгөн егеттәр бындай осраҡтарҙа берҙәм һәм етеҙ, шул уҡ ваҡытта етди эшләй белеү оҫталығын күрһәтте, - тип билдәләне күнекмәләр һуңында Марат Шәрәфетдинов.

Нуриман урманында янғын “һүндерҙеләр”
Нуриман урманында янғын “һүндерҙеләр”
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас