Хәүефһеҙлек
27 Март 2024, 04:00

"Ейәнсурала атыш ойошторһаң, 700 мең һум түләйбеҙ..."

Район кешеһенең телефонына ошондай хәбәр килгән...

"Ейәнсурала атыш ойошторһаң, 700 мең һум түләйбеҙ...""Ейәнсурала атыш ойошторһаң, 700 мең һум түләйбеҙ..."
"Ейәнсурала атыш ойошторһаң, 700 мең һум түләйбеҙ..."

Мәскәүҙәге теракттан һуң һәр төрлө шикле кешеләр әүҙемләште. Ватсап, телеграм-каналдарға күпләп енәйәтсел тәҡдимдәр килә башланы. Айырыуса балаларға һәм үҫмерҙәргә яҙалар.

Мәҫәлән, Ейәнсура кешеһенән тәүҙә ҡайҙа йәшәүен һорашалар. Ул "Ейәнсура, Иҫән" тип яуап бирә. Артабан уға тәҡдим була: "Һеҙҙә сауҙа үҙәктәре, театр, кинотеатрҙар бармы? Уларҙа халыҡты атырға кәрәк. 700 мең һум түләйбеҙ. Ҡоралды үҙебеҙ бирәбеҙ. Ырымбурға килә алаһығыҙмы?" Йәки Ҡырмыҫҡалы кешеһенә яҙалар: "Өс миллион һум түләйбеҙ, әгәр гимназияла атыш ойошторһаң..." Туймазыла ошондай уҡ енәйәт өсөн 800 мең һум түләргә вәғәҙәләйҙәр.

Һаҡ булығыҙ! Бындай хәбәрҙәргә яуап бирмәгеҙ, хоҡуҡ һаҡлаусыларға мөрәжәғәт итегеҙ. Онотмағыҙ: терроризм өсөн ғүмерлеккәсә иректән мәхрүм итеү язаһы ҡаралған.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас