Кисә Өфө – Инйәр – Белорет юлындағы Илтирәк һәм Шайморат ауылдары араһында юл-транспорт фажиғәһе теркәлә. Унда Renault Clio ҡаршы һыҙатҡа килеп сыға һәм Toyota Isis менән бәрелешә.
Һуңғыһы юл ситенә төшөп китеп, баштүбән әйләнә. Беренсе машинаның водителе һәм икенсеһенең пассажиры – Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарының хәрби комиссары, подполковник Ринат Ғималов алған йәрәхәттәрҙән һәләк була. Тағы ла бер ир менән ҡатын дауаханаға оҙатыла.
Ринат Ғималов - билдәле герой. Ваҡытында Көньяҡ Осетияла хеҙмәт итә. 2003 йылда ул хәрбиҙәр менән дәүләт объектын, элемтә узелын һаҡлай. Һәм шәхсән Цхинвал ҡалаһындағы сауҙа үҙәгендәге шартласҡысты зарарһыҙландырып, күп халыҡты ҡотҡара, террор актына юл ҡуймай. Батырлығы генерал Шайморатов ордены менән баһаланған.
Икенсе авария бөгөн төндә Туймазы районында теркәлә. Был турала төбәк Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Унда Volvo йөк машинаһы юл буйында туҡтаған “ГАЗель”гә барып бәрелә. Һөҙөмтәлә авария ваҡытында “ГАЗ”дың салонында булған водитель ауыр йәрәхәттәр алып, ваҡиға урынында һәләк була. Йөк машинаһына Һамар өлкәһенән 56 йәшлек водитель идара иткән.
Ике юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса ла әлегә тикшереүҙәр бара.
Хөрмәтле водителдәр! Юл ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ, юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ! Онотмағыҙ, һеҙҙе өйҙә көтәләр!
Фотолар: БашДТП, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, ЦУР видеоһынан скриншот.