Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Дүртөйлө районының Тәкәрлек ауылында мәйет табылған. Асыҡланыуынса, уны туғандары тапҡан. Алдан һөйләшеү буйынса, улар картуф алырға килгән, тик йорт хужаһы бер ҡайҙа ла булмаған. Ихата ҡаралтыларын ҡарап сыҡҡас, ир баҙҙа үле килеш табыла.
«Ҡотҡарыусылар һәләк булған кешене өҫкә күтәрергә ярҙам итә. Газ-төтөндән һаҡлау хеҙмәтенең махсус автомобиле ярҙамында улар йыйылған ағыулы газдарҙан баҙҙы елләтте, шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә һәм тәфтишселәргә ваҡиға урынын ҡарарға ярҙам итте», — тип асыҡлыҡ индерҙе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Ваҡиға урынында хоҡуҡ һаҡлаусылар үлем сәбәптәрен асыҡлай.
Шул уҡ ваҡытта ҡотҡарыусылар граждандарҙы иҫкәртә: ер аҫты һаҡлағыстарында кешене ағыулауға килтереүсе еҫһеҙ ағыулы метан газы тупланыуы ихтимал. Баҙҙарҙы файҙаланғанда, бигерәк тә оҙаҡ ваҡыт туҡтағандан һуң, һаҡлыҡ сараларын үтәү, уға төшөү алдынан бер тәүлектән дә кәм булмаған ваҡытҡа елләтеү талап ителә.
Тиҙҙән күп хужалар тыштағы баҙҙарынан картуф сығара башлаясаҡ, шуға күрә хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәгеҙ, асҡас та шунда уҡ баҙға төшмәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: "Башинформ".