Хәүефһеҙлек
31 Март 2024, 14:30

Ярыштарҙа еңеүен билдәләргә теләгәндәр...

Өфөлә юғалған малайҙарҙың береһенең туғаны хәлгә асыҡлыҡ индерҙе.

Ярыштарҙа еңеүен билдәләргә теләгәндәр...Ярыштарҙа еңеүен билдәләргә теләгәндәр...
Ярыштарҙа еңеүен билдәләргә теләгәндәр...

30 мартта 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов менән 13 йәшлек Павел Паличев юғалғайны. Малайҙарҙың береһенең туғаны UFA1 порталына һөйләүенсә, ул көндө үҫмерҙәрҙең ҡаяға үрмәләү буйынса ярыштары булған. Һуңынан улар өйҙәренә ҡайтып, тышта йөрөргә рөхсәт һорағандар, ярыштарҙа еңеүен билдәләргә теләүҙәрен хәбәр иткәндәр. Шәфиев урамындағы "Чайка" балалар һауыҡтырыу лагеры янына барабыҙ тип тә әйткәндәр.

Был ер – ҡырағай урын түгел. Унда йәйәүлеләр өсөн юлдар, яҡтыртыу ҡорамалдары ла бар, кешеләр ҙә даими рәүештә йөрөп тора. Малайҙар ҙа урынды яҡшы белгән, сөнки быға тиклем ата-әсәләре менән барғандары булған. 30 март 16:00 сәғәт тирәһендә Дамир менән Павел бәйләнешкә сыҡмай башлаған.
– Бер ҡасан да юғалғандары булманы. Тыңлаусан ғына балалар. Нимә булғандыр, үҙебеҙ аңламайбыҙ, – ти ул.


Малайҙарҙың туғандары үҙҙәре эҙләп маташҡандан һуң, органдарға һәм “Башрегионспас” эҙләү отрядына мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә ирекмәндәрҙең төнө буйы үҫмерҙәрҙе эҙләүе бер ниндәй ҙә һөҙөмтә килтермәгән.
Бөгөн иһә Өфөнөң 6-сы пристане районындағы урман ситендә юғалған үҫмерҙәрҙең рюкзактары табылған.


Павелдың билдәләре: буйы 150 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр күҙле. Күк төҫтә куртка һәм итек, йәшел салбар һәм шапка кейгән.
Дамирҙың билдәләре: буйы 145 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр күҙле. Ҡара куртка, күк төҫтәге спорт салбарҙа һәм итектә булған.
Әгәр ҙә һеҙ малайҙарҙың ҡайҙалығы тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белһәгеҙ, 8-800-700-54-52 йәки 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.

Фото: БашДТП.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас