Хәүефһеҙлек
31 Март 2024, 10:00

Юғалған үҫмерҙәрҙең рюкзактары табылған...

Улар ата-әсәләренә Шәфиев урамындағы "Чайка" балалар һауыҡтырыу лагеры янына барабыҙ тип әйткәндәр.

Юғалған үҫмерҙәрҙең рюкзактары табылған...Юғалған үҫмерҙәрҙең рюкзактары табылған...
Юғалған үҫмерҙәрҙең рюкзактары табылған...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Өфөлә 13 йәшлек Павел Паличев менән 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов юғала.  Улар ата-әсәләренә Шәфиев урамындағы "Чайка" балалар һауыҡтырыу лагеры янына барабыҙ тип әйткәндәр. Әммә өйҙәренә кире ҡайтмағандар, бәйләнешкә лә сыҡмағандар.

Үҫмерҙәрҙе полиция, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр эҙләй. Барлығы 170 кеше йәлеп ителгән. Ҡаланың 40-се белем усағында юғалған балаларҙы эҙләү штабы төҙөлгән.

Бөгөн Өфөнөң 6-сы пристане районындағы урман ситендә юғалған үҫмерҙәрҙең рюкзактары табылған. Урында водолаздар эшләй.

Павелдың билдәләре: буйы 150 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр күҙле. Күк төҫтә куртка һәм итек, йәшел салбар һәм шапка кейгән.

Дамирҙың билдәләре: буйы 145 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр күҙле. Ҡара куртка, күк төҫтәге спорт салбарҙа һәм итектә булған.

Әгәр ҙә һеҙ малайҙарҙың ҡайҙалығы тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белһәгеҙ, 8-800-700-54-52 йәки 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.

Фото: "Башинформ"

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас