Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Апрель , 16:00

“Малайҙарҙы көс менән тоталар”

Дамирҙың әсәһе әйтеүенсә, улының өйҙән ҡасыр өсөн сәбәптәре юҡ. 

“Малайҙарҙы көс менән тоталар”
“Малайҙарҙы көс менән тоталар”

Өфөлә 30 марттан бирле юғалған ике үҫмерҙе эҙләйҙәр. Улар 13 йәшлек Павел Паличев менән 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов. Әле “Уфа1” хәбәрселәре юғалған малайҙарҙың береһе– Дамирҙың әсәһе менән һөйләшкән. Гүзәл Әҙеһәмова әйтеүенсә, малайҙың өйҙән ҡасыр өсөн бер сәбәбе лә булмаған. Ул әсәһен бушҡа-юҡҡа борсоуға һалмаҫ ине, тигән.

– Улым менән әрләшкән булманы. Мин ике баланы бер үҙем үҫтерәм, Дамирҙың һеңлеһе бар. Улар аҡсаның ни тиклем ҡиммәт икәнлеген белә. Балалар менән арабыҙҙа тулы ышаныс. Берәй ерҙә эш боҙһалар, килеп әйтәләр. Серҙәр юҡ, бөтә нәмә тураһында мин тәүгеләрҙән булып беләм, – тигән ҡатын.

Әсә кеше әйтеүенсә, Дамир менән Павел 6-сы лицейҙа уҡыған саҡта дуҫлашып киткән. Һуңғараҡ Дамир 88-се мәктәпкә кадет класына күскән, тик дуҫлыҡтарын туҡтатмағандар.

– Икеһе лә бер үк спорт төрө менән ҡыҙыҡһына, тренерҙары бик һәйбәт. Бергәләп төрлө йүнәлешле туризм, ориентирование менән шөғөлләнәләр, – тигән Гүзәл Әҙеһәмова.

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, кисә малайҙарҙы водолаздар һыу төбөнән эҙләне. Сөнки, уларҙың биштәре һыу буйында ҡалдырылған ине. Әммә был һөҙөмтә бирмәне: малайҙар табылманы.

Ҡатын әйтеүенсә, Дамир үҙаллы өйҙән китә алмаған.

– Ул тәү сиратта минең турала, минең һаулығым тураһында уйлай. Улар өсөн күпме көс һалғанды яҡшы белә. Был буш һүҙҙәр түгел, ә ысынлап та шулай: Дамир етди, яуаплы, намыҫлы, ғәҙел.

Бөгөн малайҙарҙың юҡлығына өсөнсө көн китте. Гүзәл Әҙеһәмова уларҙы эҙләүҙә ҡатнашҡан бөтә кешегә лә рәхмәт әйтте.

– Тулыһынса эштәрҙең нисек торошон полиция ғына белә. Ә беҙ күп кешеләрҙең ҙур ярҙамын күрәбеҙ. Минән уларға ҙур рәхмәт. Кем нисек булдыра, шулай ярҙам итә: кемдер эҙләй, кемдер аҙыҡ-түлек килтерә. Эш бара, эҙләү ныҡ киң йәйелдерелде, - ти ул. – Ҡотҡарыусылар үҙ эшен эшләй, бөтә ерҙән дә эҙләй. Урманды тулыһынса ҡарап сыҡтылар. Унда малайҙар юҡ. Әсәй булараҡ, мин шулай тип уйлайым: уларҙы, моғайын, берәй ерҙә көс менән тоталарҙыр.

Павелдың билдәләре: буйы 150 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр күҙле. Күк төҫтә куртка һәм итек, йәшел салбар һәм шапка кейгән.

Дамирҙың билдәләре: буйы 145 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр күҙле. Ҡара куртка, күк төҫтәге спорт салбарҙа һәм итектә булған.

Әгәр ҙә һеҙ малайҙарҙың ҡайҙалығы тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белһәгеҙ, 8-800-700-54-52 йәки 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.

Фото: "Лиза Алерт" 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: