Хәүефһеҙлек
2 Апрель 2024, 06:45

Өфөлә сирена тауышы ишетһәгеҙ...

Ишетеүегеҙсә, бөгөн Татарстанға дрондар һөжүм итте. Шартлауҙарҙан биналар һәм кешеләр зыян күрҙе...

Өфөлә сирена тауышы ишетһәгеҙ...Өфөлә сирена тауышы ишетһәгеҙ...
Өфөлә сирена тауышы ишетһәгеҙ...

Башҡортостанда хәүефһеҙлек саралары күрелә.

Өфөлә бөгөн, 2 апрелдә Ульяновтар урамында урынлашҡан "Уфанефтехим" предприятиеһында иртәнге сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем һәм киске 6-нан 7-гә тиклем планлы күнекмәләр үтәсәк.

Был осорҙа сиреналарҙы тоҡандырыу планлаштырыла. "Күнекмәләр алдан планлаштырылған, уларҙы завод үҙе үткәрә", - тип, Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә граждандарҙы паникаға бирелмәҫкә, тыныслыҡ һаҡлауҙы һорайҙар.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас