Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Апрель , 19:50

Павелдың әсәһе лә улын урлағандарҙыр тип фаразлай

Ул да көнө буйы улын эҙләүҙә ҡатнаша. Өйөнә тик төндә генә ҡайтып бер нисә сәғәт йоҡлай һәм кире эҙләүгә сыға.

Павелдың әсәһе лә улын урлағандарҙыр тип фаразлай
Павелдың әсәһе лә улын урлағандарҙыр тип фаразлай

30 мартта юғалған ике малайҙы – 13 йәшлек Павел Паличев менән 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмовты бөгөн инде дүртенсе тәүлек эҙләйҙәр. Йөҙәрләгән ирекмән уларҙы ерҙән дә, һыу аҫтынан да, күктән дә эҙләй. Әлегә тиклем һөҙөмтә юҡ. Шул уҡ ваҡытта күптән түгел Ағиҙелдә малайҙарҙың итеге табылыуы тураһында хәбәр ителде.

Әммә балалар табылмағас, ата-әсәләрендә, яҡындарында һаман яҡшыға өмөт бар. Павелдың әсәһе “Вся Уфа” хәбәрселәренә үҙенең фараздарын әйткән. Уныңса, малайҙарҙы кемдер урлаған да көс менән тота. Ошо уҡ фекерҙе кисә Дамирҙың әсәһе лә әйткәйне.

30 мартта малайҙар “Чайка” лагеры янына походҡа тип китә һәм төштән һуң бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Тик, әсәләр әйтеүенсә, малайҙар бер ҡасан да шылтыратыуға яуап бирмәй ҡалмай. Ата-әсәһенә һәр ваҡыт ҡайҙа йөрөгәндәрен әйтеп торғандар.

– Балаларҙы эҙләгән саҡта биштәренең ағаста эленеп торғанын күрҙек, уларға бер кем дә теймәгән. Һуҡмаҡта ҙур булмаған соҡор өңөлгән, унда утынсыҡтар ята ине. Бәлки, улар утын артынан киткән саҡта нимәлер булғандыр, – тигән Павелдың әсәһе.

Ул да көнө буйы улын эҙләүҙә ҡатнаша. Өйөнә тик төндә генә ҡайтып бер нисә сәғәт йоҡлай һәм кире эҙләүгә сыға.

Ата-әсәләр уйлауынса, малайҙар боҙға бармаҫ ине, моғайын, уларҙы сит кешеләр алып киткәндер.

Павел да Дамир кеүек сәйәхәттәр, туризм менән ҡыҙыҡһына. Бүлмәһендә донъя картаһы, тематик обойҙар эленгән, туристик экипировкаһы бар. Үҫмер әүҙем рәүештә спорт ориентированиеһы буйынса ярыштарҙа ҡатнаша, ата-әсәһе менән тиҫтәләгән ҡалала булған, Дамир менән йыш ҡына тәбиғәткә сыҡҡан.

Әле бер нимәгә ҡарамай малайҙарҙы эҙләү дауам итә. Ирекмәндәр штабы тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Павелдың билдәләре: буйы 150 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр күҙле. Күк төҫтә куртка һәм итек, йәшел салбар һәм шапка кейгән.

Дамирҙың билдәләре: буйы 145 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр күҙле. Ҡара куртка, күк төҫтәге спорт салбарында һәм итектә булған.

Әгәр ҙә һеҙ малайҙарҙың ҡайҙалығы тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белһәгеҙ, 8-800-700-54-52 йәки 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.

Фото: "Лиза Алерт". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: