Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Апрель , 21:40

Һыу баҫа башлаһа, 112 һандарын йыйығыҙ!

Ташҡын нисек контролдә тотола?

Һыу баҫа башлаһа, 112 һандарын йыйығыҙ!
Һыу баҫа башлаһа, 112 һандарын йыйығыҙ!

Яҙғы ташҡын – хәүефле осор. Уны ауырлыҡһыҙ үткәреү өсөн алдан әҙерлек талап ителә. Шул уҡ ваҡытта ташҡын барышында үҙеңде тота белеү ҙә бик мөһим.  Республикабыҙ йылғаларында һыу кимәле быйыл нисек күтәрелә? Баҙға, ихатаға һыу инә башлаһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Бөгөн БЮТ телеканалында Башҡортостандың профиль министрлығы һәм ведомство вәкилдәре тура эфирҙа ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе.

Унда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов ҡатнашты. Шулай уҡ башҡа эксперттарҙың да фекерҙәре яңғыраны.  

Ирек Сәғитов билдәләүенсә, йыл һайын яҙғы ташҡын осоронда иң ҡатмарлы сценарий буйынса  әҙерлек алып барыла. Элекке йылдарҙағы күҙәтеүҙәр буйынса ҡайһы төбәктә һыу баҫыу ихтималлығы билдәле. Шуға ла алдан уҡ саралар планы билдәләнә. Йылғаларҙың торошо ла күҙәтеү аҫтында. Шул иҫәптән вертолет менән осош яһап та хәүеф тыуҙырған йылғаларҙың хәле иғтибар үҙәгендә тотола. Бындай тәжрибә быйыл да ҡулланылған һәм тейешле һаҡлыҡ саралары күрелгән. Яҙғы ташҡынды ҡатмарлыҡһыҙ үткәреү өсөн тейешле махсус техниканың булыуы ла бик мөһим. Быға ла республикабыҙҙа һуңғы йылдарҙа ҙур иғтибар бирелә.

Ғөмүмән, бөгөн ташҡын барышы контролдә тотола. Эвакуация кәрәк булған осраҡта һәр муниципалитетта ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары әҙерләнгән. Улар аҙыҡ-түлек, эсәр һыу, медицина ярҙамы менән тәьмин ителгән.

Әлбиттә, ташҡын үҙенең мәшәҡәттәрен дә һалмай ҡалмай. Брифингта әле Баймаҡ, Хәйбулла, Миәкә, Кушнаренко, Шишмә, Туймазы райондарында юлға, күпергә һыу сығыу күренешенең  ҡотҡарыусыларҙың иғтибар үҙәгендә булыуы билдәләнде.

Һыу яҡынлашҡанда 112 телефон номерына шылтыратырға кәңәш итә белгестәр. Был хеҙмәт белгестәре тиҙ һәм һөҙөмтәле эш башҡарыу бурысын үтәй. Яҙғы ташҡын осоронда дежур итеүсе смена хеҙмәткәрҙәренең һаны артҡан. Шылтыратыусының адресы, йортта кеше һаны, улар араһында балалар, аҙ мобилле граждандар булыу-булмауы асыҡлана һәм мәғлүмәт тиҙ арала сара күреү өсөн ашығыс хеҙмәттәргә тапшырыла.

Һыу баҫыу хәүефе булған төбәктәрҙә йәшәүселәр  менән алдан һөйләшеүҙәр ҙә алып барыла. Төрлө хәлдә лә ғауғаға бирелмәү мөһим. Ныҡлы әҙерлек быйыл  ташҡындың хәүефһеҙ үтеүенә ышаныс уята.

 

Фото: Бүздәк районы хакимиәтенән.

  

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: