Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Апрель , 21:20

БПЛА һөжүме ваҡытында Башҡортостан кешеһе йәрәхәтләнгән

Йәрәхәтләнгәндәр – студенттар, икәүһе бәлиғ булмаған.

БПЛА һөжүме ваҡытында Башҡортостан кешеһе йәрәхәтләнгән
БПЛА һөжүме ваҡытында Башҡортостан кешеһе йәрәхәтләнгән

Кисә иртә менән махсус хәрби операция башынан алып беренсе тапҡыр Татарстандың Алабуға һәм Түбәнге Кама ҡалаларына БПЛА һөжүме теркәлде. Дрондарҙың береһе “Алабуға Политех” уҡыу йорто ятағына тейгәне билдәле. Һөҙөмтәлә 14 кеше зыян күрҙе. Улар араһында туғыҙ ил граждандары бар: Рәсәй, Ҡырғыҙстан, Шри-Ланка, Зимбабве, Руанда, Конго, Кения, Нигерия, Көньяҡ Судан.

Әлеге ваҡытта алты кеше дауаханала ята, уларҙың хәле уртаса тип баһалана. Ҡалған кешеләр өйҙәрендә дауалана. Йәрәхәтләнгәндәр – студенттар, икәүһе бәлиғ булмаған.

Бөгөн асыҡланыуынса, улар араһында Башҡортостандан да бер студент булған. Был турала Татарстан Рәйесе матбуғат хеҙмәте етәксеһе Лилиә Ғәлимова хәбәр иткән. Студенттың хәле тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ. 

Фото: Телеграм-каналдар. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: