Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Апрель , 11:00

Үлемесле аварияны үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек

Бөгөн иртән эшкә ашыҡҡан кешеләр тимер өйөмөнә әйләнгән машинаға тап булды...

Үлемесле аварияны үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек
Үлемесле аварияны үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек

Бөгөн иртән Өфөлә “ВАЗ” автомобиле, светофорҙың ҡыҙыл төҫө янырға торған сигналға Октябрҙең 50 йыллығы һәм Минһажев урамдары киҫелешен үтеп өлгөрәм тип, “Volkswagen Polo” менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә “ун дүртенсе” тәүҙә тимер ҡоймаға, һуңынан ағасҡа барып бәрелә.

Юл-транспорт фажиғәһендә “ВАЗ“дың 37 йәшлек водителе ваҡиға урынында, ә уның пассажиры медицина ярҙамы күрһәтелгән ваҡытта һәләк була. “Volkswagen“ водителенә иһә медицина хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә.

Иртән эшкә ашыҡҡан күп кенә кешеләр был ҡурҡыныс авария эҙемтәләренә шаһит булды. Машинанан тимер өйөмө генә ҡалғайны... Әлегә ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Хөрмәтле водителдәр! Рулгә ултырғанда юл ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ, иғтибарлы булығыҙ. Һеҙҙең яңылышыуығыҙ арҡаһында башҡа кешеләр зыян күреүе ихтимал. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй, шуны онотмағыҙ!

Фото: БашДТП

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: