Хәүефһеҙлек
4 Апрель 2024, 15:00

Автомобилде урлаған булғандар

Кисә Өфөлә ике кеше һәләк булған ҡот осҡос авария тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды...

Автомобилде урлаған булғандарАвтомобилде урлаған булғандар
Автомобилде урлаған булғандар

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 апрелдә иртән Октябрҙең 50 йыллығы һәм Минһажев урамдары киҫелешендә авария булғайны. Хәҙер билдәле булыуынса, “ВАЗ” автомобиленең 37 йәшлек водителе элегерәк бер нисә тапҡыр енәйәт яуаплылығына тарттырылған булған.

3 апрелдә төндә улар 18 йәшлек танышы менән бергә сит кешенең машинаһын урларға ҡарар иткән. Һөҙөмтәлә Зорге урамында ултырған “ВАЗ-2114”  машинаһын алып ҡасҡандар.

“ВАЗ” машинаһы водителе, светофорҙың ҡыҙыл төҫө янмаҫ элек, киҫелеште шәп тиҙлектә үтеп китергә уйлай. Тиҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Фольксваген Поло” менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә ватан автомобиленең водителе ваҡиға урынында, ә пассажиры табиптар ҡулында һәләк булған“, – тип һөйләгән “Башинформ” агентлығына әңгәмәсеһе.

 

Фото: Башинформ.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас