Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 5 апрелдә 21.00 сәғәттә Иҫке Собханғол (Бөрйән районы) – Мораҡ (Күгәрсен районы) автомобиль юлының 64 – 94-се километр арауығында бөтә төр транспорт өсөн юл ябылған. Был сикләү ташҡынға бәйле – юлды һыу баҫҡан.
Сикләүҙәр 10 апрелгә – 18.00 сәғәткә тиклем көсөндә ҡала, тип иҫкәртә ведомство. Шуға ла был тарафтарға юлға сығыуҙан тыйылып тороғоҙ йәки маршрутығыҙҙы алдан уйлап төҙөгөҙ.
Фото: скриншот.
Видеояҙма: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.