Хәүефһеҙлек
5 Апрель 2024, 16:00

Интернет аша балаларҙы насар эшкә йәлеп итәләр

Һаҡ булығыҙ! Балаларығыҙ интернетта нимә эшләгәнен күҙәтегеҙ.

Интернет аша балаларҙы насар эшкә йәлеп итәләрИнтернет аша балаларҙы насар эшкә йәлеп итәләр
Интернет аша балаларҙы насар эшкә йәлеп итәләр

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһенән уҡыусы популяр уйындың онлайн-платфомаһында бер уйынсы менән танышҡан. Баҡтиһәң, был кеше мутлашыусы булып сыҡҡан. Малайҙың яңы “дуҫы” ысын аҡсаға уйын валютаһын һатып алырға тәҡдим иткән. Бының өсөн енәйәтсе уҡыусыға ата-әсәһенең телефонын алырға ҡушҡан. Тик бер шарт бар: телефонда банктың мобиль ҡушымтаһы булырға тейеш.

Мутлашыусы ҡушҡандарҙың барыһын да эшләп, малай, үҙе лә аңламайынса, әсәһенең банк иҫәбенә инер өсөн бөтә мәғлүмәттәрҙе лә ебәргән. Һөҙөмтәлә 50 мең һум аҡса юҡҡа сыҡҡан. Әгәр ҙә был эште уҡыусының апайы күреп ҡалмаһа, урлау күләме бер миллион һумға барып баҫыуы мөмкин ине, тип хәбәр итә ”Мошки” телеграм-каналы.

"Һеҙҙең аҡсағыҙҙы урлау – ул „сәскә" генә, интернет аша шулай уҡ ауыр енәйәттәр – наркотиктар менән сауҙа итеү, биналарҙы яндырыу һәм диверсиялар өсөн йәш быуынды йәлеп итәләр. Балаларығыҙ интернетта нимә эшләгәнен күҙәтегеҙ, – тип хәбәр итәләр.  

 

Фото: Башинформ.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас