Хәүефһеҙлек
6 Апрель 2024, 13:30

Янғында 36 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән

Ауырғазы районында оло фажиғә булған.

Янғында 36 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгәнЯнғында 36 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән
Янғында 36 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән

Ауырғазы районының Яңы Федоровка ауылында янғын булған, унда 36 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, бүрәнә йорт янған. "Ҡыҙыл әтәс" те ауыҙлыҡлауға Ибрай ауыл биләмәһенән янғын һүндереүселәр командаһы ирекмәндәре лә ҡатнашҡан. Янғын һүндерелгәс, бер ирҙең кәүҙәһе табылған.

Ваҡиға урынында тикшереү эштәре башланғас, янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.

Ут менән шаярмағыҙ, һаҡ булығыҙ!

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас