Хәүефһеҙлек
6 Апрель 2024, 06:30

Ырымбур һыу һаҡлағысының йырылыуы хәүеф тыуҙырмай

Ситуация контролдә тотола, тип һөйләне Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Илгиз Фәррәхов.

Ырымбур һыу һаҡлағысының йырылыуы хәүеф тыуҙырмайЫрымбур һыу һаҡлағысының йырылыуы хәүеф тыуҙырмай
Ырымбур һыу һаҡлағысының йырылыуы хәүеф тыуҙырмай

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы 900 баҡса участкаһын һәм 82 баҡса йортон, 17 автомобиль юлын, 12 тәпәш күперҙе һыу менән баҫыуға бәйле 41 хәл-ваҡиғаны контролдә тота.

Һыу баҫыу хәүефен мониторинглау һәм контролләү, ҡотҡарыу эштәрен үткәреү, ярҙам итеү маҡсатында Баш идаралыҡта оператив штаб эше, 150 оператив төркөм, шулай уҡ Баш идаралыҡтың пилотһыҙ авиация системаһы ойошторолған.

Ырымбур өлкәһендәге һыу һаҡлағыстың дамбаһы йырылыуы Башҡортостан Республикаһының тораҡ пункттары өсөн хәүефле түгел. Ситуация контролдә тотола.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас