Хәүефһеҙлек
7 Апрель 2024, 06:00

Малайҙарҙы һыу аҫтында эҙләү туҡтатылған

Ташҡын арҡаһында водолаздарҙың ғүмеренә хәүеф янай...

Малайҙарҙы һыу аҫтында эҙләү туҡтатылғанМалайҙарҙы һыу аҫтында эҙләү туҡтатылған
Малайҙарҙы һыу аҫтында эҙләү туҡтатылған

Ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә Ағиҙел йылғаһында юғалған үҫмерҙәрҙе эҙләй, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ниндәй ҙә һөҙөмтәгә ирешмәнеләр. Әлегә ташҡындың ныҡ булыуы сәбәпле, водолаздар үҙ эшен ваҡытлыса туҡтатты. Яр буйында иһә эҙләүҙәр дауам итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 мартта ике Өфө малайы балалар лагеры янына юллана һәм башҡаса бәйләнешкә сыҡмай. Өс көн үткәндән һуң боҙ өҫтөндә бер итек табып алалар.

Павелдың билдәләре: буйы 150 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр күҙле. Күк төҫтә куртка һәм итек, йәшел салбар һәм шапка кейгән.

Дамирҙың билдәләре: буйы 145 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр күҙле. Ҡара куртка, күк төҫтәге спорт салбарҙа һәм итектә булған.

Әгәр ҙә һеҙ малайҙарҙың ҡайҙалығы тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белһәгеҙ, 8-800-700-54-52 йәки 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.

Фото: Лиза Алерт.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас