Хәүефһеҙлек
10 Апрель 2024, 16:10

Юл хәрәкәт ҡағиҙәһен боҙоу фажиғәле тамамлаған

Ейәнсурала аварияла...

Юл хәрәкәт ҡағиҙәһен боҙоу фажиғәле тамамлағанЮл хәрәкәт ҡағиҙәһен боҙоу фажиғәле тамамлаған
Юл хәрәкәт ҡағиҙәһен боҙоу фажиғәле тамамлаған

7 апрелдә Ейәнсура районында Һарыбил – Ҡыуандыҡ автомобиль юлының 11-се кмлометрында булған авария фажиғәле тамамланған.

Республиканың ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 57 йәшлек ир “Альфа” мопедында “Киа Рио” автомобиленә юл бирмәгән. Ике транспорт бәрелеүе арҡаһында мопедтағы ир ашығыс медицина ярҙам килгәнгә тиклем үк һәләк булған. Мәғлүм булыуынса, ул мотошлем кеймәйенсә хәрәкәт иткән.

Көндәр йылыныу менән юлдарҙа мотоцикл, электросамокат кеүек траснспорт саралары күбәйҙе. Был иһә юлда көсөргәнеште тағы ла арттыра. Бары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгәндә генә фажиғәләргә юл ҡуймаҫҡа мөмкин. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

Фото: https://t.me/bash_gibdd/6055

Юл хәрәкәт ҡағиҙәһен боҙоу фажиғәле тамамлаған
Юл хәрәкәт ҡағиҙәһен боҙоу фажиғәле тамамлаған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас