Республика халҡы мутлашыусылар арҡаһында бер тәүлектә 13 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан. Республика эске эштәр органдарының дежур частарына ошондай осраҡтар буйынса 28 хәбәр килгән.
Өфө ресторандарының береһенең баш бухгалтеры полицияға мөрәжәғәт иткән. 67 йәшлек ҡатын һөйләүенсә, уға мессенджер аша билдәһеҙ кешеләр шылтыратҡан. Енәйәтселәр үҙҙәрен финанс мониторингы буйынса федераль хеҙмәт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған. Улар ҡатынды аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә күндергән. Һөҙөмтәлә ул билдәһеҙ банк иҫәптәренә кредитҡа алынған 600 мең, үҙенең 120 мең һумын һәм ресторан иҫәбенән ете миллион һумға яҡын аҡса күсергән.
Өфөлә йәшәгән бер кеше ошондай уҡ “ҡармаҡҡа” эләккән. Курьер булып эшләүсене, аферистарҙан ҡотҡарыу өсөн, аҡсаһын шулай уҡ “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә ҡушҡандар. Ғариза яҙыусы ике миллион һумға кредит рәсмиләштереп, үҙенән тағы 200 мең һум өҫтәп, енәйәтселәргә ебәргән.
Тағы ла бер ҡатын инвестицияларҙа аҡса эшләргә теләгән. Ул ошо йүнәлеш менән шөғөлләнгән компания “хеҙмәткәрҙәре” менән бәйләнешкә сығып, енәйәтселәргә бер миллион һум аҡса күсергән.
Бер пенсионерға уғрылар ҡыҙының исеменән шылтыратып, ”минең ғәйебем арҡаһында юл-транспорт ваҡиғаһында бер кеше йәрәхәттәр алды” тигән. Эште төпкә ебәрмәҫ өсөн, аҡса кәрәклеген хәбәр иткәндәр. Тәүҙә аферистар ҙур сумма һораған, әммә пенсионерҙың ундай күләмдә аҡсаһы булмаған. Тик һуңынан ғына булған аҡсаға – 90 меңгә ризалашҡандар. Ҡатынға курьер килеп, аҡсаны алып киткән. Тик бер аҙ ваҡыттан ҡыҙы ҡайтҡан һәм барыһы ла асыҡланған.
Әлеге ваҡытта был эштәр буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Әгәр һеҙгә телефон аша инвестициялар менән булышырға тәҡдим итәләр икән, ышанмағыҙ, шикле тәҡдимдәргә яуап бирмәгеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мутлашыусылар ялған телефон номерҙары ҡуллана ала.
Зиннур Боҫҡонов фотоһы.