Өфөлә 13 йәшлек Павел Паличев менән 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмовты эҙләү дауам итә. Йөҙҙәрсә кеше 30 мартта юғалған малайҙарҙы табыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.
“Лиза Алерт” эҙләү отряды штабында һөйләүҙәренсә, 10 апрелдә генә эҙләү эштәрендә 97 кеше ҡатнашҡан. Отрядҡа ярҙамға башҡа төбәктәрҙән дә кешеләр килеүен дауам итә.
“Бөгөн ирекмәндәргә Мәскәүҙән яңы команда ҡушылды. Көн һайын штабҡа ҡала халҡы һәм доброволецтар килә. Улар, төркөмдәргә берләшеп, үҫмерҙәрҙе эҙләргә сыға: урман эсен тикшерәләр, һыу өҫтөн күҙәтәләр, малайҙарҙы эҙләү тураһында иғландар йәбештерәләр”, – тип һөйләне эҙләүҙе ойоштороусыларҙың береһе.
Ошо көндәрҙә эҙләү эштәренә Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының 30-ҙан ашыу хеҙмәткәре ҡушылды. Улар яр буйының ҡатмарлы участкаларын тикшереү бурысын үҙ өҫтөнә алды.
“Боҙ китеү арҡаһында водолаздарҙың эше ваҡытлыса туҡтатылды. Әлеге ваҡытта йылға төбөн тикшереү өсөн мотор кәмәләр йәки 3D-карта функциялы эхолоттар кәрәк. Әгәр ҙә һеҙҙә ошолар бар икән, беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ”,– ти ирекмәндәр.
Әгәр ҙә Дамир менән Павел тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белһәгеҙ, 112 йәки 102 телефондарына шылтыратығыҙ.
Фото: БашДТП