Хәүефһеҙлек
12 Апрель 2024, 15:45

Ҡот осҡос аварияла өс ҡатын һәләк булған...

Кис көнө Әбйәлил районында оло фажиғә теркәлгән.

Ҡот осҡос аварияла өс ҡатын һәләк булған...Ҡот осҡос аварияла өс ҡатын һәләк булған...
Ҡот осҡос аварияла өс ҡатын һәләк булған...

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Әбйәлил районында үлемесле юл-траснпорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ҡот осҡос авария бөгөн 18.30 минутта Красная Башкирия- Покровка автомобиль юлының икенсе саҡрымында булған.

Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, «Хендай Акцент» автомобиле водителе машина менән идара итеүҙе юғалтҡан һәм юлдан ситкә осҡан. Автомобиль түңкәрелгән.

Машина водителе һәм уның ике пассажиры ла ваҡиға урынында һләк булған. Әле осраҡ буйынса тикшереү бара. Вафат булыусыларҙың исем-шәрифтәре асыҡлана.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ!

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас