Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Апрель , 16:00

62 йәшлек ҡатын һәләк булған

Кисә Әбйәлил районында өс ҡатын һәләк булған ине. Бөгөн -  Ишембай юлында...

62 йәшлек ҡатын һәләк булған
62 йәшлек ҡатын һәләк булған

Ял көндәре лә республика юлдарында тыныс түгел: Ишембай районының Петровский- Ғүмәр автомобиль юлының туғыҙынсы километрында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Рул артындағы 62 йәшлек ҡатын ваҡиға урынында уҡ йән биргән. 

Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Renault Sandero автомобиле водителе машинаға идара итеүҙе юғалта, һәм юлдан оса. 

Ваҡиға урынында ашығыс ярҙам хеҙмәттәре эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.

Кисә Әбйәлил районында ла ошоға оҡшаш фажиғәле хәл теркәлгән. Унда өс ҡатын һәләк була.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!

Фото: gorobzor.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: