Хәүефһеҙлек
14 Апрель 2024, 09:10

Ырымбурҙа өйҙәр аға...

Хәлдәр киҫкенләшә: һыу көндән-көн нығыраҡ күтәрелә, һыу аҫтында ҡалған ауылдар күбәйә, ҡорбандар бар.

Ырымбурҙа өйҙәр аға...Ырымбурҙа өйҙәр аға...
Ырымбурҙа өйҙәр аға...

Ырымбур өлкәһендә йәшәгән халыҡ өсөн оло һынау: һыу аҫтында ҡалған ауылдар һаны арта бара, хатта Ырымбур ҡалаһы ла һыу аҫтында. 

Дубки биҫтәһендә һыу шул тиклем ныҡ күтәрелгән, автомобилдәр, гараждар һыу аҫтында ҡалған. Бөгөн хатта бер өй ағып киткән. Халыҡты хәүефһеҙ урынға күсереү дауам итә. 

Кеше ни тиклем көслө булһа ла, тәбиғәт ғәрәсәттәренә ҡаршы тора алмай шул...

Ырымбур халҡына сабырлыҡ һәм түҙемлек теләйбеҙ!

Фото һәм видео: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас