Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Апрель , 19:35

Беҙгә хәүеф янамай

Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә гидротехник ҡоролмаларҙың ташҡынды үткәреү буйынса әҙерлеге тикшерелде.

Беҙгә хәүеф янамай
Беҙгә хәүеф янамай

Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә гидротехник ҡоролмаларҙың ташҡынды үткәреү буйынса әҙерлеге тикшерелде.

Премьер-министр кешеләрҙең һәм иҡтисад объекттарының хәүефһеҙлеге был ҡоролмаларҙың әҙерлек сифатына һәм эшенә бәйле булыуын билдәләне. Ул Ырымбурҙағы ғәҙәттән тыш хәлде иҫкә төшөрҙө, унда Урал йылғаһындағы дамбаның ишелеүе арҡаһында Орскиҙа 4,5 мең өйҙө һыу баҫҡан.

- Һуңғы йылдарҙа бындай етди һыу баҫыу күҙәтелмәне, шуға халыҡ “ҙур һыуҙы” онотоп, һыу сығырлыҡ биләмәләрҙә өй төҙөй башлаған. Был күренеш ғәҙәттән тыш хәлгә килтермәһен тиһәк, саралар күрергә кәрәк. Республикала 491 гидротехник ҡоролма бар, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һүҙҙәренсә, республикала Урал алды (Ашҡаҙар, Стәрле, Сәрмәсән, Өршәк, Өсән) һәм Урал аръяғындағы ятҡылыҡтарҙа (Таналыҡ, Һаҡмар, Быҙаулыҡ) һыу кәмеүгә табан китте. Таулы урман өлөшөндәге йылғаларҙа (Йылайыр, Ҙур һәм Бәләкәй Ҡыҙыл) һәм төньяҡ-көнбайышта (Әй, Йүрүҙән, Танып) һыуҙың әүҙем фазаһы күҙәтелә.

Быйыл йылғалар нормаға ҡарағанда 5-8 көнгә иртәрәк ҡуҙғалды. Ҙур йылғаларҙа – Ағиҙелдә һәм Ҡариҙелдә -  һыу кимәле күтәрелә – Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡты мониторлау идаралығы прогнозы буйынса ул норманан 20-60 см юғарыраҡ буласаҡ. Өфө тирәһендә иң юғары кимәл 15 – 21 апрелдә көтөлә, тип асыҡлыҡ индерҙе ведомство етәксеһе.

Республикалағы иң ҙур һыу һаҡлағыстар – Павловка, Йомағужа, Нөгөш – тулыландырыу режимында эшләй. Авариялы хәл тыуыу хәүефе юҡ.

Һөйләшеү аҙағында Андрей Назаров Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына Һыу ресурстары федераль агентлығы менән  Һаҡмар һыу һаҡлағысында гидротехник ҡоролмаларҙы капиталь ремонтлауҙы финанслау мәсьәләһен өйрәнеүҙе ҡушты.

https://pravitelstvorb.ru/news/23593/

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: