Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Апрель , 16:20

Йәш ирекмәндәр Ырымбурға ярҙам итә

Ырымбур ирекмәндәренә ярҙамға Башҡортостандан Халыҡ фронтының Йәштәр ҡанатының йыйылма төркөмө килде

Йәш ирекмәндәр Ырымбурға ярҙам итә
Йәш ирекмәндәр Ырымбурға ярҙам итә

Халыҡ фронты ирекмәндәре ташҡындан зыян күргән Ырымбур халҡына ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Төбәккә ҙур һыу килеү менән әүҙемселәр гуманитар ярҙам йыя башланы һәм әйберҙәр ҡабул итеү пункттарын асты. Предприятиелар һәм ойошмалар, битараф булмаған кешеләр тапшырған аҙыҡ-түлекте, гигиена сараларын, эсәр һыуҙы, урын-ер кәрәк-яраҡтарын, генераторҙарҙы улар ПВР-ға тапшырыу өсөн сорттарға айыра һәм ҡаптарға төрә. Эш тәүлек әйләнәһенә бара, ирекмәндәр бер-береһен алмаштыра.

Ырымбурҙарға һәм Орск халҡына ярҙамға күрше Башҡортостандан Халыҡ фронты Йәштәр ҡанатының тиҙ яуап биреү төркөмө килде. Ирекмәндәр ғәҙәттән тыш хәл зоналарында эшләү тәжрибәһенә эйә һәм махсус әҙерлек үткән.

Бөгөнгө төндә генә беҙҙең әүҙемселәр келәттә 1290 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы әҙерләгән. Ә иртәнсәк Ырымбур командаһы менән бергә эш башлаған. Төбәктә гуманитар йыйылмалар йыйыу һәм үлсәп төрөү, шулай уҡ аҙыҡ-түлекте һәм эсәр һыуҙы ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарына ташыу өсөн кешеләр етмәй. Ошо эш менән Халыҡ фронтының Йәштәр ҡанаты ирекмәндәре шөғөлләнә лә инде. Бөгөн улар 130 литр һыу таратты, 1,5 тонна самаһы йоҡо кәрәк-яраҡтарын – йылы юрғандар һәм мендәрҙәр тейәргә ярҙам итте.

“Күршеләребеҙ – Ырымбур өлкәһе – ошондай бәләлә саҡта беҙ ситтә ҡала алманыҡ. Тәүлек эсендә ярҙам итергә юлға сыҡтыҡ. Беҙ ғәҙәттән тыш хәл зоналарында эшләү тәжрибәһенә эйә – Ҡурған өлкәһендәге “Малиновка” коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте халҡына урман янғындары эҙемтәләрен бөтөрөргә ярҙам иттек. Команда “Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге” йүнәлеше буйынса уҡыуҙы, шулай уҡ эҙләү-ҡотҡарыу эштәре буйынса әҙерлек курсын үтте. Ырымбурға командировкабыҙҙың тәүге тәүлегендә үк төнгө сменаға сыҡтыҡ һәм кешеләргә аҙыҡ-түлек йыя башланыҡ. Бөгөн уларҙы алып киттеләр ҙә инде. Ә икенсе тәүлектә йылы кейемдәр әҙерләү һәм биреүҙә ярҙам иттек. Мәҫәлән, 760 юрған һәм ПВР-ҙа йәшәүселәр өсөн эсәр һыу тапшырыуға әҙерләнек”, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһындағы Халыҡ фронтының Йәштәр ҡанаты координаторы Рөстәм Сәләхетдинов.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: