Өфө районының Михайловка ауылында автобус водителенә бәйле ҡот осҡос хәл теркәлгән. Ufanovosti.ru порталы мәғлүмәттәре буйынса, автобустың боҙолоуы арҡаһында водитель юл ситендә туҡтап, машиналарға ҡул күтәреп ярҙам һорай башлаған. Уның үтенесенә “Шакман” йөк машинаһы водителе туҡтаған. Ирҙәр үҙ-ара һөйләшкәнсә, фура алға ҡарай ҡуҙғалып китә һәм транспорттар араһында торған ирҙе тапай. Һөҙөмтәлә ир ваҡиға урынында һәләк була.
Был ваҡиға юл-транспорт фажиғәһе түгел, ә бәхетһеҙ осраҡ булараҡ теркәлгән. Әлегә тәфтишселәр фажиғә шарттарын тикшерә.
Фото: ufa_rb