Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Апрель , 23:30

Ағиҙел, Дим һәм Оло Эйек йылғаларында һыу күтәрелеүе күҙәтелә

Өфө эргәһендәге баҡсаларҙы һыу баҫыуы ихтимал.

Ағиҙел, Дим һәм Оло Эйек йылғаларында һыу күтәрелеүе күҙәтелә
Ағиҙел, Дим һәм Оло Эйек йылғаларында һыу күтәрелеүе күҙәтелә

Белорет районының Ар ташы ауылы янында Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле тәүлек эсендә 9 сантиметрға күтәрелгән, ауылға һыу баҫыу хәүефе янамай.

Шишмә районының Бочкарев ауылы эргәһендә Дим йылғаһының һыу кимәле бер тәүлектә 24 сантиметрға күтәрелгән һәм 544 сантиметр тәшкил иткән. Хәүефле кимәлгә тиклем 144 сантиметр ҡалған. “Здоровье”, “Озерное” һәм “Дуҫлыҡ-Алкин”  баҡсалары биләмәһендәге участкаларҙы һыу баҫыуы ихтимал. Бөтәһе 150 самаһы участкаға хәүеф янай.

Оло Эйек йылғаһында һыу кимәле тәүлек эсендә 26 см-ға күтәрелгән һәм ул 257 см тәшкил итә. Күгәрсен районының Үрге Мөрсәләй ауылында туғыҙ йорт яны биләмәһен һәм Ейәнсура районының Түбәнге Сарабил торлаҡ пунктында биш йорт яны биләмәһен һыу баҫыуы ихтимал.

Кесе дала йылғаларында һыу кимәленең түбәнәйеүе күҙәтелә. Ә бына Сим, Инйәр, Әй кеүек тау йылғаларында юғары кимәлде үтеүҙе күрәбеҙ, ул 20 апрелгә тиклем тамамланасаҡ.

Йомағужа һәм Павловка һыу һаҡлағыстары – тулыландырыу, Нөгөш һыу һаҡлағысы һыуҙы әҙләп асыу тәртибендә эшләй. Был күрһәткестәр йылғаларҙағы һыу кимәленә әллә ни йоғонто яһамай. Павловка һыу һаҡлағысының эш графигына ярашлы, һыуҙы асыуҙың иң юғары нөктәһе 21-23 апрелгә күҙаллана. Шуға ярашлы был көндәрҙә Ҡариҙел һәм Ағиҙел йылғаларының иң юғары кимәлгә етеүе күҙаллана.

16 апрель 18.00 сәғәткә ҡарата, Баш идаралыҡ контролендә 15 муниципаль берәмектә 114 йорт яны биләмәһен, 340 баҡса участкаһын, 22 автомобиль юлы участкаһын, ете тәпәш күперҙе һыу баҫыуға бәйле 24 хәл көтөлә.

Һыу баҫҡан йорт һәм баҡса өйҙәре юҡ.

Тәүлек эсендә янғын һүндереү-ҡотҡарыу гарнизондарының 28 оператив төркөмө эшләй.

Һуңғы 24 сәғәт эсендә һыу ике автомобиль юлы участкаһынан, 43 йорт яны биләмәһенән һәм биш баҡса участкаһынан киткән.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: