Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Апрель , 22:10

Балаларыбыҙҙы ошондай әҙәмдәрҙән һаҡлайыҡ

Мәктәп уҡыусыһы подъездға ингәс, бер ир уның артынан эйәреп ингән. Күп тә үтмәй, эске яҡтан әсе ҡысҡырыу ишетелгән...

Балаларыбыҙҙы ошондай әҙәмдәрҙән һаҡлайыҡ
Балаларыбыҙҙы ошондай әҙәмдәрҙән һаҡлайыҡ

Кисә Өфө мәктәптәренең береһендә белем алған ҡыҙ өйөнә ҡайтып барғанда уның артынан билдәһеҙ ир эйәргән.

Мәктәп уҡыусыһы подъездға ингәс, ир ҙә уның артынан ҡалмаған. Күп тә үтмәй, поъездан әсе ҡысҡырыу ишетелгән. Бәхеткә күрә, ошо ваҡытта ҡаланың 86-сы мәктәбе директоры Светлана Михеева ла фатирына ҡайтып барған булған. Ул һөжүм итеүсене тәүҙә ҡулға алырға итә, тик ир ҡасып өлгөрә. Ҡатын күп уйлап тормай, ирҙең артынан төшә һәм уны видеоға төшөрә. Ярты сәғәтттән һуң педофилды икенсе урамда күрәләр: ул был юлы бер ҡатынға бәйләнгән була. Зыян күреүсе ҡысҡыра башлағас, ир тағы ла ҡаса.

Полиция хеҙмәткәрҙәре камераларҙы ҡарағас, бөгөн педофилды Вологодская урамында тотҡандар. Асыҡланыуынса, 52 йәшлек ирҙең өйө юҡ, элегерәк хөкөм ителгән булған. Ул балаға бәйләнеүен инҡар итмәгән. Әлеге ваҡытта һөжүм итеү буйынса башҡа осраҡтарҙа ирҙең ҡатнашлығы асыҡлана.

Фото һәм видео: ufa_rb

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: