Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Апрель , 09:00

Мәсет янған...

Әле ул урында...

Мәсет янған...
Мәсет янған...

Асҡын районының Солтанбәк ауылында ағас мәсет янған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, янғында бер кем дә зыян күрмәгән.

"Тәүгеләрҙән булып ваҡиға урынына Солтанбәк һәм Урмияҙ ауыл советтарының ирекле янғын һүндереүселәре килеп еткән. Улар уттың артабан таралыуына юл ҡуймаған", — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Әле ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара.

Ураҙа байрамы көндәрендә республиканың Бүздәк районында ла мәсет яныу осрағы теркәлгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кисә Мәләүез ҡалаһындағы янғында 1966 йылғы ирҙең ғүмере өҙөлгән.

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: